15:05
23:00 Бүләкәй-Көҙәй ырыуы башҡороттарының үҙәгенә экскурция.

Һәр милләт үҙенең үткәненә ҙур иғтибар бирә, уны өйрәнә, тарихи дәлилдәргә таянып, киләсәген күҙаллай. Йәш быуындың киләсәген ҡайғыртҡан халыҡ, музейҙар төҙөй. Ул иһә халыҡтарҙың үткәнен бөгөнгө тормошо менән тоташтырыу үҙәге булып тора. Бына шундай рухиәт усаҡтары беҙҙең районда ла бик күп.

Мин, Бәҙертдинова Гөлназ Рәис ҡыҙы, үҙем уҡытҡан балаларҙа башҡорт дәүләт теленә, ғөмүмән башҡорт халҡының үткәненә һәм хәҙергеһенә ҡыҙыҡһындырыу арттырыу өсөн, үҙебеҙҙең райондың Яңы Күл ауылында урынлашҡан Бүләкәй-Көҙәй ырыуы башҡорттарының үҙәгенә экскурцияға алып барып ҡайттым. Был үҙәк Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2014 йылда ойошторолған. Әлеге көндә бында район тарихы, тәбиғәте, Көҙәй башҡорттары, быуаттарҙы быуаттарға бәйләп килеүсе бик бай материал тупланған һәм музей булып формалашҡан.

Был музейҙы етәкләгән Резеда апай барлыҡ экспонаттар тураһында ла яҡшылап һөйләне, таныштырҙы. Бигерәк тә беҙҙең райондағы башҡорттарҙың ҡайҙан килеп сығыуын, район територияһындағы күлдәрҙең тарихын уҡыусыларым йотлоғоп тыңланы.

- Музейҙың тѳп маҡсаты - тыуған яҡтың тарихын ѳйрәнеү һәм һаҡлау, уны киләсәк быуынға еткереү. Беҙ күберәк балалар менән эшләйбеҙ. Шуға күрә уларҙың кескәй йѳрәгендә ватанға, башҡорт теленә һѳйѳү, ихтирам һәм патриотизм тәрбиәләргә бурыслыбыҙ – тип аңлатты балаларға Резеда апай.

Музейҙағы экспонаттарҙың тѳп фондын элек-электән йыйылып килгән әйберҙәр тәшкил итә. Әлеге ваҡытта ла форсаты килеп сыҡҡан һайын тулыландырып, әһәмиәтле, ҡиммәтле экспонаттарҙы һатып алырға тырыша музей етәкселеге. Йыш ҡына район халҡы ата-бабаларынан ҡалған боронғо кѳн-күреш әйберҙәрен, тәнкәләр алып килә икән.

“Ысынлап та, музей эшмәкәрлеге һәр саҡ хәрәкәттә булыуҙы, эҙләнеүҙе талап итә”, ти Ризида апай. Экскурсиялар үткәреү менән бер рәттән музей ҡарарға килеүселәр өсөн күренмәгән эштәрҙе - фонд эшен башҡарыуҙы ла (музей предметтарын өйрәнеү, уларҙы билдәле тәртиптә тотоу, һанын арттырыу), ғилми-методик эште алып барыуҙы ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуҙы ла, балаларға асыҡ дәрестәр күрһәтеүҙе лә үҙ эсенә ала. Улар

боронғо әйберҙәрҙе тотоп ҡарай ала, шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреү мѳмкинлегенә эйә.

Музейға килергә теләүселәр ѳсѳн һәр саҡ ишек асыҡ. Әгәр ҙә эш графигы кемгәлер ҡулай түгел икән, алдан һѳйләшеү буйынса уларға уңайлы ваҡытта экскурсия үткәрелә.

Музей бөгөн тулы тормош һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй.

Экскурциябыҙҙың һуңында Резеда апай уҡыусыларыма башҡорт телен яҡшы итеп өйрәнергә, тыуған яҡ менән ҡыҙыҡһынырға тигән өгөт-нәсихәттәр бирһә, беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларға эштәрендә уңыштар, киләсәктә музейҙың гѳрләп сәскә атыуын теләп хушлаштыҡ.

Бүләкәй-Көҙәй ырыуы башҡороттарының үҙәгенә экскурция.

Бәҙертдинова Гөлназ Рәис ҡыҙы.

Просмотров: 257 | Добавил: admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar