12:31
Нуриман районының Байгилде ауылы мәктәбе нигеҙендә лицей асылыуға - 20 йыл

Белем усағы - Башҡортостандағы иң беренсе инновацион уҡытыу учреждениеларының береһе.

Юбилей уңайынан байрамға Байгилде урта мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусылар саҡырылғайны. Улар араһында ауыл хужалығы фәндәре докторы Рафаэль Исмәғилев та бар. Профессорҙың әйтеүенсә, уның киләсәк һөнәренә нигеҙ ошо мәктәптә һалына.
20 йыл эсендә лицей 500-ҙән ашыу уҡыусы сығарған. Әлеге ваҡытта республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында мәктәпте тамамлаусы 120 кеше белем ала. Уларҙың күптәре районға эшкә ҡайтып, тыуған ерҙәренә хеҙмәт итеүҙе хуп күрә. Байрамда билдәләнеүенсә, райондың иң абруйлы мәктәбендә белем алыу - ғорурлыҡ. Бында эш шарттары, белем кимәле лә йылдан-йыл яҡшыра. Әле уҡытыу ун йүнәлеш буйынса алып барыла .


Ссылка на видео


Просмотров: 751 | Добавил: admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar